9 декабрь, Йома

26 февраль 2013 йыл, 10:34

Өфөлә республика парламентының сираттағы ултырышы үтә

автор: Людмила Терновая

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 60-сы ултырышы үтә. Көн тәртибенә 46 һорау индерелгән.

Депутаттар аҙаҡҡы уҡыуҙа ете республика закон проектын ҡабул итергә планлаштыра. Улар араһында — «Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт ҡануниәтен һәм хеҙмәт хоҡуғы нормаларын үҙ эсенә алған башҡа норматив хоҡуҡи акттарҙы үтәүгә ведомство тарафынан контроллек итеү тәртибе тураһында», «Башҡортостан Республикаһының мировой судьялары тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү хаҡында», «Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт өлкәһендә ҡайһы бер закон сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында». «Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы БР закон проекты өҫтөндә эшләү тәҡдим ителәсәк.

Закон сығарыусылар тәүгә «Халыҡ художество промыслалары тураһында»ғы, «Башҡортостан Республикаһында шәхси медицина эшмәкәрлеге тураһында»ғы БР закондарына үҙгәрештәр индереүгә бәйле закон сығарыу инициативаларын, «Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусылар кәрзине тураһында»ғы закон проектын тикшерергә планлаштыра.

Ултырышта Өфөлә «Башҡортостан Республикаһында театраль эшмәкәрлекте хоҡуҡи көйләү мәсьәләләре тураһында» парламент тыңлауҙарын үткәреү мәсьәләһе лә тикшереләсәк.

Республика парламентының пленар ултырышында депутаттар шулай уҡ 24 федераль закон проектын ҡараясаҡ.