9 декабрь, Йома

26 февраль 2013 йыл, 10:03

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Әнүәр Мәхмүтов Вьетнам делегацияһы менән осрашыу үткәрҙе

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Әнүәр Мәхмүтов Вьетнам Коммунистар партияһының Үҙәк комитеты ҡарамағындағы халыҡ-ара бәйләнештәр бүлеге мөдиренең беренсе урынбаҫары Вьюнг Тхыа Фонг менән осрашыу үткәрҙе. Сарала шулай уҡ Рәсәй — Көнсығыш Европа — Урта Азия идаралығы начальнигы урынбаҫары Ле Тхи Нуиен Минь һәм Вьетнамдың Рәсәйҙәге Илселегенең беренсе секретары Чау Ван Хунг ҡатнашты.

«Берҙәм Рәсәй» менән Вьетнам Коммунистар партияһы араһында алып барылған һөйләшеүҙә партия төҙөлөшө, иҡтисад һәм йәштәр сәйәсәте темалары тикшерелде.

Осрашыуҙа яҡтар финанс көрсөк шарттарында илде социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереүҙә сәйәси партиялар роле тураһында һөйләште. «Берҙәм Рәсәй» партияһына мөһим социаль бурыстар йөкмәтелгән. Был йәһәттән Вьетнам Коммунистар партияһы менән тәжрибә уртаҡлашыу мөһим. Илдәр етәкселеге алдында инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу, банктар секторын нығытыу кеүек дөйөм проблемалар торған осорҙа был айрыуса мөһим.

— Беҙҙең диалог нефть сығарыу, төҙөлөш, туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү, тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән мөһим сара булып тора, — тине Әнүәр Мәхмүтов.