6 декабрь, Шишәмбе

25 февраль 2013 йыл, 17:55

Власть һәм бизнес вәкилдәре Өфөлә түңәрәк өҫтәл артында осрашты

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Власть органдары, муниципалитеттар һәм бизнес-берләшмә вәкилдәре ҡатнашлығындағы түңәрәк өҫтәл Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләренә арналды. Сара БР Хөкүмәтендә үтәсәк Инвестицион мөхитте яҡшырыту буйынса йәмәғәт советы ултырышы алдынан ойошторолдо. Түңәрәк өҫтәлдә БР Президенты советнигы Андрей Назаров та ҡатнашты.

«БР Үҫеш корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Рөстәм Моратов һүҙҙәренсә, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү маҡсатында саралар күреүгә ҡарамаҫтан, үҙгәрештәр күҙәтелмәй: бизнесҡа көсөргәнешлек өҫтәлә бара, мәсьәләләр хәл ителмәгән килеш ҡала. Ул аныҡ тәҡдимдәрҙе тикшерергә тәҡдим итте.

Бизнес вәкилдәре билдәләүенсә, власть менән эшҡыуарлыҡ араһында ниндәйҙер өҙөклөк бар: дәүләт кимәлендә бойомға ашырылған проекттар бәләкәй бизнес менән үҙ-ара бәйләнмәгән тиерлек. БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе советнигы Раил Ғәзизов тармаҡ-ара мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында тик эшҡыуарҙарға ғына йүнәлтелгән айырым структура булдырырға тәҡдим итте. Уның фекеренсә, тәү сиратта, баҙарҙағы хәлде тикшереү йомғаҡтары менән эшҡыуарҙар ирекле файҙаланыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш.  

Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Альбина Йосопова хәбәр итеүенсә, бындай инвестицион стратегия әлеге ваҡытта Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтында әҙерләнә.

БР Йәмәғәт палатаһының Иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡҡа ярҙам буйынса комиссияһы рәйесе Владимир Шолом иҫәпләүенсә, республиканың эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү программаһын Татарстандағы шундай уҡ программа өлгөһөндә үҙгәртеү зарур.

— Татарстан Республикаһында барлыҡ механизмдар конкурс нигеҙендә һайлап алыуға йүнәлтелгән, — тип билдәләне Владимир Шолом. – Беҙҙә иһә «тере» сират. Иң яҡшы проекттарҙы һайлап алып, уларға ныҡлы ярҙам күрһәтергә кәрәк.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы хеҙмәткәрҙәре фекеренсә, етештереү бизнесы өсөн майҙандар талап ителә. БР иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Вадим Үтәшев хәбәр итеүенсә, был йүнәлештә әлеге ваҡытта Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығында шәхси сәнәғәт парктарын булдырыу мәсьәләһе тикшерелә.

Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары тураһында һөйләшеү БР Хөкүмәтендә шишәмбе көнө дауам итәсәк.