8 декабрь, Кесе йома

25 февраль 2013 йыл, 16:39

Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары Этика кодексын әҙерләгән

автор: Людмила Терновая

Башҡортостандың йәш парламентарийҙары «БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының Этика кодексы»н ҡабул итергә планлаштыра. Был һорау Йәштәр йәмәғәт палатаһының шаршамбы, 27 февралдә, үтәсәк ултырышының көн тәртибенә индерелгән. Ошоға бәйле Йәштәр йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлеге тураһындағы положениеға тейешле төҙәтмәләр тәҡим ителәсәк.

— Йәштәр палатаһы ағзалары закондар сығарыу органы ҡарамағында Этика комиссияһын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итте, — тип һөйләне республиканың Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленко. – Был комиссия эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге буйынса нормалар һәм критерийҙар әҙерләнде, улар Этика кодексына индерелде.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, документ тулыһынса йәш парламентарийҙар менән әҙерләнгән. Уны формалаштырыу стадияһында Йәштәр палатаһы ағзалары үҙ тәҡдимдәрен һәм төҙәтмәләрен индергән. Уларҙың барыһы ла иҫәпкә алынған. Йәштәр палатаһының сираттағы ултырышында Этика кодексын ҡабул итеү планлаштырыла.