9 декабрь, Йома

25 февраль 2013 йыл, 16:00

Ҡариҙел районында яңы мәсет асылды

автор: Арина Рәхимҡолова

Ҡариҙел районы үҙәгендә яңы мәсет асылды. Тантаналы сарала Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин ҡатнашты. Шулай уҡ мәсет асыу тантанаһында башҡа райондарҙан да дин әһелдәре, ҡыҙыҡһынған мосолмандар булды, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Сара Ҡөрьән уҡыуҙан башланды. Артабан барлыҡ ҡатнашыусыларҙы мәсеттең имам-хатибы Әлфир Әхмәтов сәлмләне.

Ауыл халҡы өсөн был оло ваҡиға булып тора. Мәсет төҙөлгән биҫтәлә өс меңдән ашыу кеше йәшәй, улар араһында дин тотоусы мосолмандар әҙ түгел. Ғибәҙәт йорто Зәйнуллиндар ғаиләһе средстволарына ғаилә башлығы Әхмәт Зәйнуллин иҫтәлегенә 1997 йылда уҡ төҙөлә башлаған. Уның улы Әнүәр Зәйнуллин күптән инде тыуған яғында мәсет төҙөргә хыялланған.

Бында ислам дине нигеҙҙәре буйынса дәрестәр үткәреләсәк, төрлө саралар ойоштороласаҡ. Яңы бина 100 кешене һыйҙыра ала.

темалар: дин,ислам