Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рәсәй Президенты тәмәке тартыуға ҡаршы законға ҡул ҡуйҙы

Сәйәсәт

РФ Президенты Владимир Путин тәмәке тартыуға ҡаршы законға ҡул ҡуйҙы, уға ярашлы июнь айынан башлап Рәсәйҙә йәмәғәт урындарында тәмәке тартыу тыйыласаҡ.

«Граждандар һаулығын тәмәке төтөнө йоғонтоһонан һәм тәмәке тартыу эҙемтәләренән һаҡлау тураһында»ғы федераль закон Дәүләт Думаһы менән ағымдағы йылдың 12 февралендә ҡабул ителде һәм 20 февралдә Федерация Советы менән хупланды.

Законға ярашлы, тәмәке компаниялары өсөн лотерея үткәреү һәм төрлө сараларҙа бағыусы булып сығыш яһау тыйыла. Тәмәке витрина һәм кибеттәрҙә һатылмаясаҡ – уларҙың урынына тәмәке продукциһына прейскурант тәҡдим ителәсәк. Яңы закон электрон тәмәкегә һәм сәйнәй торған тәмәке ҡатышмаһына ла ҡағыла.

Башҡортостан парламентарийҙары был инициативаны тулыһынса хуплай.

— Граждандарҙың һаулығын һаҡлауға йүнәлтелгән закон ҡабул итеү – ваҡытында күрелгән сара, — тип иҫәпләй БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева. – Әммә, уның үтәлешенә кем контроллек итәсәк, тигән һорау килеп тыуа. Айырым ведомстволар, кешеләр законда тәҡдим ителгән сикләү сараларының үтәлешенә контроллек итергә тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть