Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Төбәктә «Яҡташтар» проектының тәүге этабы тамамланды

Сәйәсәт

«Яҡташтар» проектының тәүге этабы Башҡортостандың барлыҡ райондарында тамамланды. Ирекмәндәр республиканың һәр ауылында өй беренсә йөрөп, халыҡты данлыҡлы яҡташ исеменә дәғүә итеүселәр исемлеге менән таныштырҙы. Исемдәре икенсе этапҡа үткән кешеләр тауыш биреү йомғаҡтары буйынса билдәләнәсәк.

Дүртөйлө районында башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич дәғүә итеүселәрҙең береһе булып тора. Шағир 1895 йылдың 2 ғинуарында әлеге райондың Әсән ауылында тыуған.

Шулай уҡ Дүртөйлө районында данлыҡлы яҡташ исеменә дәғүә итеүселәр араһында билдәле яҙыусылар, композиторҙар, район етәкселәре, предприятие һәм учреждение хужалары, уҡытыусылар, ауыл хужалығы эшсәндәре бар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың яңы проекты 2012 йылдың ноябрендә старт алды. Ул «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе менән тәҡдим ителде. Райондарҙың ысын геройҙарын, ихтирам ҡаҙанған, халыҡтың ышанысын яулаған абруйлы кешеләрен асыҡлау проекттың төп маҡсаты булып тора.

Теги: яҡташтар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть