11 декабрь, Йәкшәмбе

25 февраль 2013 йыл, 12:23

Республика етәксеһе FIDE президенты Кирсан Илюмжинов менән осрашты

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

23 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара шахмат федерацияһы (FIDE) президенты Кирсан Илюмжинов менән Өфөлә 2014 йылда Бөтә донъя интеллектуаль уйындарын үткәреүгә әҙерлек мәсьәләләрен тикшерҙе.

— Беҙгә Өфөлә 2014 йылда Бөтә донъя инеллектуаль уйындарын үткәрергә тәҡдим иттеләр, — тип мөрәжәғәт итте FIDE президентына Рөстәм Хәмитов. – Беҙ еңел булмаған ҡарар ҡабул итергә тейешбеҙ, сөнки Бөтә донъя уйындарын үткәреү ҙур әҙерлек талап итә. Дүрт спорт төрө: шахмат, шашака, го һәм бридж. Тәүге ике спорт төрө беҙгә таныш булһа, ҡалған икәүһе тураһында ишетеп кенә беләбеҙ. Ағымдағы аҙнала беҙгә Бөтә донъя шашка федерацияһы президенты килә. Был тәҡдим хаҡында һеҙҙең фекерегеҙҙе ишетергә теләйбеҙ.

Башҡортостан Президенты ағымдағы аҙнала Өфөлә Бөтә донъя балалар уйындары башланыуы хаҡында иҫкә төшөрҙө. «Артабан, яҡынса 2020-2021 йылдарҙа, Олимпия уйындарына индерелмәгән спорт төрҙәре буйынса Бөтә донъя уйындарын үткәреүгә дәғүә итәбеҙ. Был хаҡта әленән үк уйлай башларға кәрәк, — тип дауам итте Рөстәм Хәмитов. – 2015 йылда Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары үткәреләсәк. Әҙерлек кимәле беҙҙә юғары. Был сараларға махсус биналар төҙөү талап ителмәй, сөнки беҙҙә барыһы ла етерлек кимәлдә».

— Өфө бөтә донъяның интеллектуаль баш ҡалаһына әүерелә ала. Бының менән һеҙҙе ҡотлайым. Яңыраҡ, үткән йылдың декабрендә, һеҙҙең делегация менән Ҡытайҙа үткән Бөтә донъя интеллектуаль уйындарында осрашҡайныҡ. Унда 2014 йылдың июнендә Бөтә донъя уйындарын Өфөлә үткәрергә тәҡдим ителде. Уйындарҙы Бөтә донъя интеллектуаль спорт төрҙәре ассоциацияһы – IMSA үткәрә. Май айында Санкт-Петербургта Ассоциацияның конгресы үтәсәк. Унда бөтә донъя интеллектуаль уйындарын артабан үҫтереү концепцияһы ҡараласаҡ. Бындай уйындар һуңғы йылдарҙа киң танылыу яулай бара. Уларҙы үткәргән ил һәм ҡала ысынында ла донъяның интеллектуаль баш ҡалаһына әүерелә. 2014 йылда Өфө бындай ҡалаға әйләнһен өсөн, мөмкин булғандын барыһын да эшләргә кәрәк, тип уйлайым, — тигән фекерен белдерҙе FIDE президенты.