11 декабрь, Йәкшәмбе

25 февраль 2013 йыл, 11:01

Рөстәм Хәмитов тау саңғыһы спорты буйынса чемпиондар әҙерләү мәктәбен асыу тантанаһында ҡатнашты

автор: Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков

23 февралдә – Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Олимпик-Парк» комплексында булды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылдың 26 февраленән 3 мартына тиклем Өфөлә VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары үтә.

«Олимпик-Парк» спорт комплексында республика етәксеһе тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр мәктәбен асыу тантанаһында ҡатнашты. Яңы бина бер йылдан кәмерәк ваҡыт эсендә төҙөлгән. Унда тренажер залы, спортсылар һәм тренерҙар өсөн бүләмәләр, душ кабинлары, медицина пункты, сисенеп-кейенеү бүлмәләре урынлашҡан.

— Бөгөн Өфөлә тау саңғыһы мәктәбенең яңы бинаһы асылыуына бик шатмын, — тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең тау саңғыһы мәктәбе Рәсәйҙә генә түгел, Советтар Союзы осоронда ла билдәле спортсылар тәрбиәләгән. Минең янда – атҡаҙанған спорт мастеры, мәктәп ғорурлығы Светлана Алексеевна Гладышева. Бөгөнгө көндә ул Рәсәй Федерацияһының Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы Президенты вазифаһын башҡара. Яңы бина төҙөү өсөн ҙур ресурстар таба алған «Газпром» корпорацияһына, объект өҫтөндә көнө-төнө ял белмәй эшләгән төҙөүселәргә, был эште ойоштороусыларҙың барыһына ла рәхмәт әйтергә тейешбеҙ.

Рөстәм Хәмитов тау саңғыһы ҡорамалдары һаҡланған бүлмәлә булды. Бында Австрияның Reichmann фирмаһы етештергән махсус ҡорамалда профессиональ спортсылар саңғыларын ярыштарға әҙерләйәсәк. Президент тренажер залын, медицина пунктын, сисенеп-кейенеү бүлмәләрен ҡарап сыҡты һәм башҡарылған эштәрҙән ҡәнәғәт булыуын билдәләне.