5 декабрь, Дүшәмбе

25 февраль 2013 йыл, 10:28

Башҡортостан Президенты Өфөнөң Еңеү паркында Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

23 февралдә — Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Өфөнөң Еңеү паркында Мәңгелек утҡа һәм Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин һәйкәлдәренә сәскәләр һалыу тантанаһы үтте. Тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡатнашты.

Шулай уҡ сарала Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт һәм Ҡораллы көстәр, локаль һуғыштар ветерандары, Муса Гәрәев исемендәге Өфө башланғыс осоу әҙерлеге биреүсе дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты кадеттары, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты курсанттары, йәштәр һәм йәмәғәт ойошмалары, хәрби-патриотик клубтар вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡортостанда, дөйөм Рәсәйҙә кеүек үк, хәрби хеҙмәт быуаттар аша килгән йола һанала. Рәсми документтарҙа 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан 20 башҡорт полкының ҡаһарманлығы сағылыш таба. 700 меңдән ашыу яугирҙы Башҡортостан немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкә ебәргән, уларҙың 300 меңдән ашыуы һуғыш яландарында ятып ҡалған. 500 меңдән ашыу яҡташыбыҙ орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән, 278 кеше – Советтар Союзы Геройы исемен алған, 37-һе – Дан орденының тулы кавалеры, летчик Муса Гәрәев ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы булған. Ә Александр Матросов исеме Ватанға тоғролоҡ һәм фиҙаҡәрлек символы булып тора.

Интернациональ бурысын үтәп, Афғанстанды үткән, ХХ быуаттың 90-сы йылдарында элекке СССР биләмәһендә локаль конфликттарҙы бөтөрөүҙә ҡатнашҡан егеттәребеҙ ҙә батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ традицияларын дауам итте. Туғыҙ мең ярым яҡташыбыҙ — Афған һуғышында, 14 мең Башҡортостан егете Төньяҡ Кавказдағы контртеррористик операцияла ҡатнашты. Батырлыҡ һәм хәрби бурысын өлгөлө үтәгәне өсөн 1599 яугир-афғансы һәм 1254 локаль конфликтта ҡатнашыусы дәүләт наградалары менән бүләкләнде.

Башҡортостан егеттәре бөгөн дә РФ Ҡораллы көстәрендә яҡшы хеҙмәт итә, һәр урындан улар хаҡында йылы һүҙҙәр генә ишетелә. Республика хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияларын үткәреү буйынса Рәсәйҙә гел алдынғы урында килә, башҡа төбәктәргә ҡарағанда Башҡортостан Рәсәй Армияһын кадрҙар менән күберәк тәьмин итә.