9 декабрь, Йома

25 февраль 2013 йыл, 9:55

Рөстәм Хәмитов Хәйбулла районында булды

автор: Сергей Захаров

22 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Хәйбулла районында булды, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Иләс ауылында ул Турат йылғайы аша йәйәүлеләр һәм транспорт өсөн күперҙе ҡараны. Күпер 2012 йылдың ноябрендә төҙөлгән. Оҙонлоғо – 60 метр, киңлеге – 5 метр. Иҫке күпер хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгәнгә күрә яңыһын төҙөү ихтыяжы тыуған. Яҙғы ташҡын ваҡытында ауылда боҙ тығыны барлыҡҡа килеп, йыш ҡына һыу баҫыу хәүефе янаған.

Яңы күпер заманса технологиялар буйынса төҙөлгән, йәйәүлеләр һәм транспорт хәрәкәте өсөн тәғәйенләнгән. Рөстәм Хәмитов яңы ҡоролманы ҡарап, эште сифатлы башҡарғандары өсөн төҙөүселәргә рәхмәт әйтте, ауыл халҡы менән аралашты.

Аҡъяр ауылында Башҡортостан Президенты үҙәк район дауаханаһын реконструкциялау барышы менән танышты. Яңыртыу эштәре бында 2008 йылда башланған. Рөстәм Хәмитов дауахананың яңы корпусын ҡараны, унда тейешле медицина ҡорамалдары һатып алынған. Төҙөүселәр Президентҡа хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылдың майында объект файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Шулай уҡ осрашыу барышында дауахана комплексында ремонт эштәрен тулыһынса тамамлау тураһында һүҙ барҙы. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, бының өсөн 80 миллион һумдан ашыу аҡса талап ителәсәк. Президент билдәләүенсә, төҙөлөштө тамамлап, Хәйбула районы халҡы өсөн заманса талаптарға яуап биргән дауаланыу шарттарын булдырыу мотлаҡ.

Башҡортостан Президенты Аҡъярҙа 2012 йыл аҙағында төҙөлгән «Шатлыҡ» бала баҡсаһында булды. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы 240 урынға иҫәпләнгән. Рөстәм Хәмитов компьютер класын, музыка залын, туҡланыу блогын ҡараны, балалар менән аралашты. Кескәйҙәр Президент өсөн ҙур булмаған концерт күрһәтте.

Шулай уҡ республика Президенты «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» предприятиеһында булды, унда «Көньяҡ» шахта үҙәге төҙөлә. Яңы объект сафҡа индерелгәндән һуң, Октябрьский ер аҫты ятҡылығының руда эшкәртеү ҡеүәтен йылына 400 мең тоннаға тиклем еткереү планлаштырыла. Проектты тормошҡа ашырыуға инвестициялар күләме 2 миллиард һум тәшкил итәсәк.

Аҡъяр ауылында Рөстәм Хәмитов район активы менән осрашыу үткәрҙе, сарала территорияны социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.