4 декабрь, Йәкшәмбе

22 февраль 2013 йыл, 14:37

Башҡортостан уҡыусылары Мари Илендә үткән төбәк-ара олимпиадала уңышлы сығыш яһаны

автор: Арина Рәхимҡолова

Мишкә, Краснокама һәм Ҡалтасы райондары уҡыусылары Башҡортостан исеменән мари теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала сығыш яһаны. Бәйге Мари Иле Республикаһының Руэм ауылында күп профилле лицей-интернатта үткәрелде.

Олимпиадала Татарстандан, Пермь крайынан, Свердловск һәм Киров өлкәләренән уҡыусылар ҡатнашты. Интеллектуаль марафон мари теле һәм әҙәбиәте, Мари Иле халыҡтарының  тарихы һәм мәҙәниәте буйынса үткәрелде.

Бәйге йомғаҡтары буйынса Ҡалтасы районы Бабай урта мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы Мария Миңелбаева икенсе урын яуланы. Мишкә районы уҡыусылары ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Ольга Ямбулатова, Диана Изилянова, Ирина Николкина (Сурай ауылы) һәм Юрий Микаев (Туҡтар ауылы) призерҙар булды.