11 декабрь, Йәкшәмбе

22 февраль 2013 йыл, 14:12

Торлаҡты хосусилаштырыу ваҡыты оҙайтылды

автор: Людмила Терновая

Рәсәйҙә торлаҡты түләүһеҙ хосусилаштырыу ваҡытын 2015 йылға тиклем оҙайтыу тураһында закон проекты барлыҡ дүрт фракция башлыҡтары тарафынан Дәүләт Думаһына тәҡдим ителде һәм өс уҡыуҙа ҡаралды.

Ғәмәлдәге законға үҙгәрештәр индерелгәнгә тиклем, түләүһеҙ хосусилаштырыу ваҡыты ағымдағы йылдың 1 мартында сығырға тейеш ине. Ошоға бәйле ҙур ҡалаларҙың теркәү органдарында сираттар барлыҡҡа килде. Рәсәйҙә миллиондан артыҡ кеше әлегә тиклем торлағын теркәмәгән.

Рәсәйҙә торлаҡты түләүһеҙ хосусилаштырыу ваҡыты 1992 йылдан башлап ике тапҡыр оҙайтылды.

темалар: ҡануниәт