Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала төп капиталға инвестициялар күләме йыл эсендә 8 процентҡа артҡан

Иҡтисад

Башҡортостанда төп капиталға инвестициялар күләме 2012 йылда 232,9 миллиард һум тәшкил итте. Бындай мәғлүмәт менән Башҡортостанстат таныштыра. 2011 йылдағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был 8 процентҡа күберәк.

Йән башына иҫәптә инвестициялар күләме – 57317 һум.

Инвестицияларҙың күпселек өлөшө биналарға (34,2 процент), машиналарға, ҡорамалдарға һәм транспорт сараларына (38,2 процент) тура килде.

Статистиктар инвестициялар структураһын предприятиеларҙың милек формаһы буйынса анализлаған. Төп капиталға барлыҡ инвестицияларҙың 65,2 проценты – шәхси, 10,4 проценты – дәүләт, 4,3 проценты муниципаль ойошмаларға тура килә.

Иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре буйынса инвестициялар структураһында эшкәртеү производствоһы өҫтөнлөк итә (инвестицияларҙың 28,4 проценты). Артабан файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу (16 процент), транспорт һәм элемтә (19,1 процент), күсемһеҙ милек менән бәйле операциялар, ҡуртымға биреү һәм хеҙмәтләндереү (9,7 процент) килә.

Иҡтисадҡа инвестициялар күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында Татарстандан һәм Түбәнге Новгород өлкәһенән һуң өсөнсө урында килә. Йән башына иҫәптә шул уҡ күрһәткес буйынса республика алтынсы баҫҡысты биләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть