Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә холоҡ төҙәтеү учреждениеларынан сыҡҡан үҫмерҙәр өсөн ҡыҙыу линия ойоштороласаҡ

Йәмғиәт

25 февралдә Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәгендә енәйәт-башҡарыу системаһы учреждениеларынан сыҡҡан үҫмерҙәрҙе психологик оҙатыу мәсьәләләре буйынса «Бөтәһе лә һинең ҡулда» исемле ҡыҙыу линия ойоштороласаҡ.

«Өмөт компасы» проекты сиктәрендә үҙәк хеҙмәткәрҙәре ауыр тормош хәлендә ҡалған йәштәргә, уларҙың ата-әсәләренә һәм яҡындарына ярҙам күрһәтә. Һуңғы йылдар дауамында учреждение белгестәре Федераль хөкөм язаһын үтәү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы менән берлектә Стәрлетамаҡ тәрбиә колонияһында психологик тренингтар, лекциялар, төрлө спорт саралары ойоштора.

Ҡыҙыу линия 15 сәғәттән 17-гә тиклем 8 (347) 273-09-00 телефоны буйынса ойошторола. Һорауҙарға Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге белгестәре яуап бирәсәк. Һорауҙарҙы planeta-7ya@rambler.ru электрон почтаһына ла ебәрергә мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть