Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда яҙғы сәсеүгә тракторҙарҙың 84 проценты әҙер

Иҡтисад

Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәренә тракторҙарҙың 84 проценты әҙер. Бөгөнгө көнгә йәмғеһе 16750 тракторҙың 14070-е төҙөк хәлдә. Тупраҡ эшкәртеү, сәсеү машиналарының 86-89 проценты шулай уҡ сәсеүгә әҙер. 2012 йылдағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был дүрт-биш процентҡа күберәк.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яҙғы сәсеүгә тупраҡ әҙерләү эштәренә 10 меңдән ашыу трактор агрегаты, шул иҫәптән сәскес, тырма һәм культиваторҙар йәлеп ителәсәк. 4350 агрегат ауыл хужалығы культураларын сәсеүҙә ҡатнашасаҡ. Дөйөм алғанда яҙғы сәсеү эштәренә яҡынса 14300 трактор йәлеп ителәсәк.

Сәсеү эштәрен үтәү графигын әҙерләү маҡсатында республика машина-технологик станциялары ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре менән иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын сәсеүгә килешеүҙәр төҙөй башлаған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть