5 декабрь, Дүшәмбе

22 февраль 2013 йыл, 11:50

Волга буйы федераль округында Әсәлек һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса совет ойоштороласаҡ

автор: Людмила Терновая

Көн элгәре Әсәлек һәм балалыҡ мәсьәләләре һәм етем балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса совет булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде, тип хәбәр итте Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич.

— Бындай совет алдағы көндәрҙә булдырыласаҡ, — тине Рәсәй Президентының Тулы хоҡуҡлы вәкиле. – Унда профилле эш төркөмдәре формалаштырыласаҡ. Был категория балаларға ярҙам итеү өсөн Рәсәй кимәлендә тормошҡа ашырыуҙы талап иткән тәҡдимдәрҙе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә әҙерләй алырбыҙ, тип уйлайым.

Өфөгә визиты сиктәрендә Михаил Бабич балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Артабан тормошҡа ашырыласаҡ тәҡдимдәрҙе әҙерләү өсөн етем балалар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса барлыҡ мәғлүмәтте дөйөмләштереү кәңәшмәнең төп маҡсаты булып тора, тип хәбәр итте ул журналистарға. Былтыр Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса Тулы хоҡуҡлы вәкил аппаратында махсус эш төркөмө булдырылды, ул етем балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендәге мәсьәләләрҙе өйрәнә. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар тупланған тәжрибәне, мәғлүмттәрҙе дөйөмләштереп, етем балалар өсөн лайыҡлы йәшәү шарттарын булдырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.