11 декабрь, Йәкшәмбе

22 февраль 2013 йыл, 11:23

Магнитогорскиҙа күп балалы әсәләргә «Башҡорт ҡоролтайы»нан премиялар тапшырыласаҡ

автор: Арина Рәхимҡолова

Магнитогорскиҙа Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан күп балалы йәш әсәләргә аҡсалата премиялар тапшырыласаҡ. Тантаналы сара Опера һәм балет театрында «Ҡатын-ҡыҙ. Мәхәббәт. Яҙ» байрам кисәһе сиктәрендә үткәрелә.

Сара ҡала хакимиәте, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге, өлкәнең «Башҡорт ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы ярҙамында ойошторола.

Йәш әсәләргә премияларҙы Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин, билдәле башҡорт боксеры, «Алтын бирсәткә» титулын йөрөтөүсе Сабир Сөләймәнов, Силәбе өлкәһенең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Наил Шәйҙуллин тапшырасаҡ.

Шулай уҡ кисәлә Сибай дәүләт филармонияһы, Магнитогорскиҙың «Йәшлек» һәм «Яйыҡ» үҙешмәкәр коллективтары артистарының, «Байрам» студияһында шөғөлләнеүсе йәш һәләтле башҡарыусыларҙың концерты ойоштороласаҡ.

Бындай сара өлкәлә беренсе тапҡыр үткәрелмәй. Былтыр Арғаяш ауылында ойошторолған кисәлә 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, тип хәбәр итте Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге матбуғат секретары Михаил Хәбиров.