8 декабрь, Кесе йома

22 февраль 2013 йыл, 11:01

Рөстәм Хәмитов һәм Михаил Бабич Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты

автор: Людмила Терновая | фото: Андрей Старостин

Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте, унда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

— Рәсәй өсөн Ватанды һаҡлаусылар көнө айырыуса әһәмиәтле байрам булып тора, сөнки Ватанды һаҡлауға ҡағылышы булмаған бер генә ғаилә лә юҡ, — тип билдәләне Михаил Бабич. – Тәү сиратта, был Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хеҙмәткәрҙәр, уларҙың ғаилә ағзалары, оборона-сәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре. Һңғы йылдарҙа дәүләтебеҙ Ҡораллы Көстәргә йәнә йөҙө менән боролдо. Хәрби хеҙмәткәрҙең социаль статусын күтәреү өсөн күп эштәр башҡарыла. Рәсәйҙең барлыҡ граждандарын етеп килгән байрам менән ҡотлайым.

Ҡотлау һүҙҙәре менән шулай уҡ республика Президенты сығыш яһаны:

— Ысын күңелдән һеҙҙе етеп килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайм, — тине Рөстәм Хәмитов. – Был, әлбиттә, халыҡ байрамы, Ватанына тоғро булған барлыҡ илһөйәрҙәр, төрлө өлкәләрҙә ил мәнфәғәттәрен яҡлаған хеҙмәткәрҙәр, белгестәр һәм барлыҡ рәсәйлеләр байрамы. Бала саҡтан беҙҙе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының батырлығы алдында баш эйеп, уларға хөрмәт менән ҡарарға өйрәтеп үҫтерҙеләр. Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең яугирҙәрҙе ҡайҙа ла маҡтап телгә алалар. Һалдаттарыбыҙҙы һәр хәрби округ ҡыуанып ҡаршы ала. Әлеге мәлдә республиканан 15 мең һалдат Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә хәрби бурысын үтәй. Башҡортостандың хәрби комиссариаты Үҙәк хәрби округта һәр яҡлап алдынғы һанала. Ватан һағында торған оло быуын вәкилдәре, йәш быуын, беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Барығыҙҙы ла был матур байрам менән ҡотлайым!

Тантаналы йыйылыш барышында Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының юғары наградалары тапшырылды. Кисә һуңында матур концерт ойошторолдо.