4 декабрь, Йәкшәмбе

22 февраль 2013 йыл, 10:08

Михаил Бабич: «2013 йылға беҙҙең бурыс – эконом класындағы торлаҡ төҙөлөшөн киң йәйелдереү»

автор: Эльвира Латипова

«Эконом класындағы торлаҡ төҙөлөшөнөң норматив-хоҡуҡи базаһын формалаштырыу һәм ойоштороу йәһәтенән уны киң ҡоласлы үҫтереү 2013 йылға беҙҙең бурыс булып тора», — тине журналистарға РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Өфөлә торлаҡ төҙөлөшө мәсьәләләре буйынса кәңәшмәнән һуң.

РФ Президентының Тулы хоҡуҡлы вәкиле билдәләүенсә, әлеге ваҡытта Рәсәй был мәсьәләне хәл итеүҙә юлдың башында ғына әле: эконом класындағы торлаҡ төҙөлөшөн киң йәйелдереү мөмкинлегенә тик федераль Торлаҡ төҙөлөшө фонды ғына эйә. Торлаҡ төҙөлөшө фонды ғына хаҡтарҙы кәметеүгә аукциондар үткәрә ала. «Ер участкаһы төҙөүсегә нуль ставкаһы буйынса тәҡдим ителә, ә төҙөүсе торлаҡты билдәле бер хаҡ буйынса файҙаланыуға тапшырырға тейеш», — тип аңлатты Михаил Бабич. Бындай механизм төбәктәр өсөн дә ҡулай. Субъекттарҙа эконом класындағы торлаҡ төҙөү өсөн аукционға тәҡдим итерлек ерҙәр инвентаризациялана.

— Быларҙың барыһы ла тейешле федераль закон ҡабул ителгәндән һуң эшләнәсәк. Закон Дәүләт Думаһына тәҡдим ителгән, беренсе уҡыуҙа ҡаралған, — тип хәбәр итте РФ Президентының Тулы хоҡуҡлы вәкиле.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов фекеренсә, «айлыҡ эш хаҡы бер квадрат метр хаҡына тура килергә тейеш, шул осраҡта ғына кеше үҙ киләсәген төҫмөрләй аласаҡ». Бөгөн бындай нисбәт тураһында һүҙ йөрөтөп булмай. Республикала был йүнәлештә ҡайһы бер эштәр башҡарыла: социаль яҡланмаған халыҡ ҡатламы өсөн торлаҡ төҙөлә. Былтыр 80 мең квадрат метр сафҡа индерелгән, 2013 йылға 120-150 мең планлаштырылған. Был тәүге аҙымдар, тип билдәләне Президент. Мәсьәләне системалы рәүештә хәл итеү зарур, норматив-хоҡуҡи база булдырыуҙан башларға кәрәк.

Михаил Бабич һүҙҙәренсә, ошодай уҡ бурыстар барлыҡ субъекттар алдында тора, шуға күрә мәсьәләне Рәсәйҙең бөтә төбәктәре кимәлендә хәл итергә кәрәк. РФ Президентының Тулы хоҡуҡлы вәкиле һүҙҙәренсә, Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығы менән берлектә махсус эш төркөмө булдырыласаҡ.