Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә агросәнәғәт комплексын үҫтереү маҡсатында Йәмәғәт советы булдырылды

Иҡтисад

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағында Йәмәғәт советы булдырылды. Агросәнәғәт комплексын үҫтереү йүнәлештәре буйынса тәҡдимдәр әҙерләү Советтың төп бурысы булып тора.

Республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко фекеренсә, әлеге Совет Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы шарттарында Башҡортостандың агросәнәғәт комплексын һаҡлау сараларын әҙерләү һәм үҫтереү өлкәһендә төп ҡарарҙарға йәмәғәт экспертизаһы үткәреү урынына әйләнергә тейеш.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Йәмәғәт советы даими эшләүсе кәңәшләшеү органы буласаҡ.

Совет ултырыштарында агросәнәғәт комплексы тармаҡтарын үҫтереү йүнәлештәре, дәүләт ярҙамы һөҙөмтәлелеген арттырыу мәсьәләләре, агросәнәғәт комплексы ойошмаларының финанс үҫеше тикшереләсәк. Бынан тыш, Совет ағзалары крәҫтиән (фермер) һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереү, Башҡортостан агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалын формалаштырыу һәм башҡа мәсьәләләрҙе ҡараясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть