8 декабрь, Кесе йома

21 февраль 2013 йыл, 18:04

Күмертауҙа Республика ҡан тапшырыу станцияһының филиалы асылды

автор: Арина Рәхимҡолова

Күмертауҙа Республика ҡан тапшырыу станцияһының филиалын асыу тантанаһы үтте. Сарала ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев, Республика ҡан тапшырыу станцияһының баш табибы Урал Солтанбаев, Күмертау Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Олег Астахов ҡатнашты.

Ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Күмертауҙың ҡан тапшырыу станцияһы заманса матди-техник базаға эйә. Федераль маҡсатлы программа буйынса йәмғеһе 24 миллион һум суммаға төрлө ҡорамалдар һатып алынған. Урал Солтанбаев билдәләүенсә, бындай кимәлдә йыһазландырылған станциялар һаны бөгөнгө көндә бик әҙ.

Яңы бинала шулай уҡ республика средстволары иҫәбенә 4 миллион һум суммаға ремонт үткәрелгән.

Филиал асыу тантанаһынан һуң бында хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, студенттар, ҡала халҡы килде. Хакимиәт башлығы шулай уҡ ҡан тапшырҙы. Үҙенең өлгөһөндә ул һәр кемдең ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә мөмкин тиклем ярҙам итергә тейешлеген күрһәтте.