4 декабрь, Йәкшәмбе

21 февраль 2013 йыл, 16:56

Михаил Бабич: «Һәр бала ғаиләле булһын өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ»

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

Бөгөнгө көндә Волга буйы федераль округында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 129 мең бала иҫәпләнә. 21 февралдә БР Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич билдәләүенсә, «был ғәйәт ҙур һан».

— Тарихсылар төрлө һандар килтерә. Әммә, дөйөм алғанда, әлеге ваҡытта Рәсәйҙә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар һаны Бөйөк Ватан һуғышынан һуң илдә күҙәтелгән хәлгә тиң. Бөгөнгө көнгә беҙҙең бурыс – һәр бала ғаиләле булһын, артабанғы тормошта үҙенең мөмкинлектәрен һәм һәләттәрен аса алһын, шәхес булып формалашһын өсөн барыһын да эшләү, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Михаил Бабич.

Әлеге ваҡытта ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың күпселеге патронат ғаиләләрҙә тәрбиәләнә. Уллыҡҡа алынғандар бармаҡ менән генә һанарлыҡ, тип билдәләне ултырышта ҡатнашыусылар.

— Был теманың бик сетерекле булыуын, айырыуса иғтибар талап итеүен аңлайбыҙ, — тине бала йорттары етәкселәре менән кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. – Ярҙам итергә тырышабыҙ. Бер юлы барыһы ла килеп сыҡмауын аңлайбыҙ, әммә алға китеш тә күҙәтелә.

Бөгөнгө көндә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 18500 баланың меңгә яҡыны ғына бала йорттарында йәшәй, ҡалғандары ғаиләләрҙә тәрбиәләнә.

— Баланы уллыҡҡа алған граждандарға 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата пособие түләү өсөн бюджеттан ярайһы уҡ ҙур ресурстар бүлеүгә өлгәштек. Был да үҙ ролен уйнаны, әммә һуңғы йылдарҙа был тенденцияның туҡтап ҡалыуы күҙәтелә. Уллыҡҡа алынған балалар һаны артһын өсөн, барыһын да эшләргә тырышабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Һуңғы алты йылда республиканың бала йорттарында тәрбиәләнгән балалар һаны өстән бер өлөшкә кәмегән. Дүрт бала йорто ябылған, алдағы ваҡытты йәнә ике бындай учреждениены ябыу планлаштырыла.