10 декабрь, Шәмбе

21 февраль 2013 йыл, 15:45

Михаил Бабич һәм Рөстәм Хәмитов Өфөнөң 1-се балалар йортонда булды

автор: Людмила Терновая | фото: Олег Яровиков

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Шаһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се Башҡорт республика балалар йортонда булды.

Балалар йорто директоры Фәнисә Бәҙретдинова учреждениеның барлыҡҡа килеү тарихы һәм бөгөнгө эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Әлеге ваҡытта бында 3-18 йәштәрҙәге 124 бала тәрбиәләнә. 2006 йылдан балалар йорто ҡарамағында патронат хеҙмәте эшләп килә. Патронат ғаиләләргә бирелгән һәм мәктәпте тамамлаған балалар учреждениеның социаль педагогтары һәм психологтары күҙәтеүе аҫтында ҡала. Бында тәрбиәләнеүселәрҙең социаль яраҡлашыуына йүнәлтелгән эшмәкәрлек ойошторлған. «Һәләтле балалар» программаһында ҡатнашыу сиктәрендә уҡыусыларҙың 70 проценты юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә.

Балалар йортонда төрлө түңәрәктәр эшләй, компьютер класы бар. Тәрбиәләнеүселәр ун компьютерҙа эшләй. Ҡайһы берәүҙәренең туғандары бүләк иткән шәхси компьютерҙары ла бар.

Фольклор түңәрәгендә балалар музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә. Асыҡланыуынса, учреждениела уҡыған саҡта был түңәрәктә шөғөлләнгән балалар хәҙер үҙҙәре башҡа балаларҙы башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау серҙәренә төшөндөрә.

Балалар йорто директоры хәбәр итеүенсә, бөгөнгө көндә 34 бала республиканың һигеҙ районында патронат ғаиләләрҙә тәрбиәләнә. Улар менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған.

Михаил Бабич уллыҡҡа алыу процесы хаҡында ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, был мәсьәлә ауырыраҡ хәл ителә. Өҫтәүенә уллыҡҡа балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙе түгел, ә бәләкәйерәк сабыйҙарҙы алалар, тинеләр уға. Тулы хоҡуҡлы вәкил фекеренсә, уллыҡҡа алыу буйынса күрһәткестәрҙең түбән булыуы балаларҙың йәшенә түгел, ә ҡануниәткә бәйле. Һәм был мәсьәлә өҫтөндә тәү сиратта власть органдары эшләргә тейеш.