Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Белоретта «Йыл уҡытыусыһы» конкурсына йомғаҡ яһалды

Йәмғиәт

Белоретта «Йыл уҡытыусыһы-2013» конкурсына йомғаҡ яһалды. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, һөнәри бәйге районда 2003 йылдан башлап үткәрелә.

Быйыл конкус финалында 11 педагог ҡатнашты. Йәнә өс йылға тиклем хеҙмәт стажы булған өс йәш белгес «Уңышҡа тәүге аҙым» номинацияһында көс һынашты. Бәйге ике турҙа үткәрелде. Һөҙөмтәлә дөйөм рейтингта иң күп балл йыйыған өс еңеүсе билдәләнде.

«Йыл уҡытыусыһы-2013» конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы 14-се гимназияла үтте. Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Владислав Миронов сәләмләне.

Һөнәри бәйгелә абсолют еңеүсе тип Белорет ҡалаһының 1-се урта мәктәбенән биология уҡытыусыһы Ольга Ғитиәтуллина табылды, ул Белорет районы исеменән республика конкурсында сығыш яһаясаҡ. Икенсе урынға 14-се гимназияның башланғыс кластар уҡытыусыһы Луиза Сөләймәнова лайыҡ булды. Башҡорт гимназияһының математика уҡытыусыһы Зилә Миңгәрәева өсөнсө урын яуланы.

«Уңышҡа тәүге аҙым» номинацияһында 21-се урта мәктәптең технология уҡытыусыһы Ольга Хәйҙәрова еңеп сыҡты. Барлыҡ ҡатнашыусылар дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән наградланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть