Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Нефтекамала яңы мәҙрәсә төҙөлә

Йәмғиәт

Нефтекамала тиҙҙән яңы мәҙрәсә асыласаҡ. Уҡыу йорто 2012 йылдың мартында төҙөлә башлаған. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көндә бинаның ҡыйығы ябылған. Нефтекама һәм Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәктәре имам-ахуны Сабирйән Сәлимгәрәев һүҙҙәренсә, аҡса булмау сәбәпле ҡышҡы осорҙа төҙөлөш туҡтатылған. Әммә дин әһеле, ағымдағы йылдың көҙөндә мәҙрәсә тәүге студенттарын ҡабул итә аласаҡ, тигән ышанысын белдерҙе.

Проект буйынса, уҡыу йорто яҡынса 280 кешегә иҫәпләнгән. Бина ике ҡатлы буласаҡ. Ул «Иман Нуры» исемен йөрөтәсәк.

Мәҙрәсәлә ислам дине нигеҙҙәре, ғәрәп теле һәм ғәрәп яҙмаһы буйынса дәрестәр үткәреү планлаштырыла. Уҡытыу курсы ике йыл дауам итәсәк. Белем биреү эшмәкәрлегенә лицензия алғандан һуң, «Иман Нуры» мосолман дини урта һөнәри белем биреү учреждениеһының уҡытыу планы буйынса эшләйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть