8 декабрь, Кесе йома

21 февраль 2013 йыл, 11:51

Республикала Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған конкурс иғлан ителде

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда журналистар араһында Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған конкурс иғлан ителде.

Бәйге экология темаһын киң мәғлүмәт сараларында әүҙем яҡтыртыуға, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау темаһына яҙылған материалдарҙың сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Бынан тыш, конкурс тәбиғәтте һаҡлауға һәм тәбиғәт байлыҡтарын һөҙөмтәле ҡулланыуға бәйле проблемаларҙы асыҡлау маҡсатында үткәрелә.

Бәйгене ойоштороусылар булып Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы, төбәктең Журналистар союзы сығыш яһай.  

Конкурста БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы ҡарамағында булған республика, ҡала, район, берләштерелгән гәзиттәр, журналдар, шулай уҡ республиканың дәүләт власы һәм муниципаль үҙидара органдары менән ойошторолған интернет-баҫмалар, телерадиоканалдар журналистары ҡатнаша ала. Эштәр төрлө жанрҙарҙа рус, башҡорт, татар, сыуаш, удмурт, мари телдәрендә ҡабул ителә.

Бәйгегә 2013 йылдың 20 ғинуарынан алып 15 ноябренә тиклем киң мәғлүмәт сараларында донъя күргән материалдарҙы ебәреү шарт. Эштәр һаны сикләнмәй. Материалдар ағымдағы йылдың 15 ноябренә тиклем 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45 адресы буйынса 413/а һанлы бүлмәлә ҡабул ителә. Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 226-20-38.