11 декабрь, Йәкшәмбе

21 февраль 2013 йыл, 11:09

Башҡортостанға РФ Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич килде

автор: Сергей Захаров

21 февралдә Өфөгә эш визиты менән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич килде. Ул ил башлығының май айындағы күрһәтмәләрен тормошҡа ашырыу буйынса бер нисә осрашыу үткәрәсәк.

Атап әйткәндә, осрашыуҙарҙа эконом класындағы торлаҡ төҙөү һәм күп балалы ғаиләләргә ер участкалары бүлеү мәсьәләләре тикшереләсәк. Төбәк етәкселеге һәм республика Хөкүмәте вәкилдәре менән осрашыуҙа бюджет тураһында һүҙ алып барыласаҡ.

Бынан тыш, Михаил Бабич 1-се Республика балалар йортона барасаҡ, республиканың интернат учреждениелары етәкселәре менән етем балаларға торлаҡ бүлеү, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу, интернат учреждениеларын тамамлаусыларға ярҙам күрһәтеү, социаль етемлекте иҫкәртеү мәсьәләләрен тикшерәсәк.

Шулай уҡ Михаил Бабич Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашасаҡ, тип хәбәр ителә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең рәсми порталында.