7 декабрь, Шаршамбы

21 февраль 2013 йыл, 10:26

Төбәктә һанлы телерадиотапшырыуҙар объекттарын төҙөүгә 1,5 миллиард һум күләмендә инвестициялар йәлеп ителәсәк

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда һанлы телерадиотапшырыуҙар селтәренең яңы объекттары төҙөлә. «Рәсәй Федерацияһында телерадиотапшырыуҙарҙы үҫтереү» федераль программаһы буйынса республикала инвестициялар күләме 1,5 миллиард һум тәшкил итәсәк. Был хаҡта шаршамбы, 20 февралдә, БР Хөкүмәте ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

— Беҙҙең төбәк буйынса был күрһәткес уртаса Рәсәй кимәленән ике тапҡырға юғарыраҡ, — тип билдәләне республика башлығы.

Дөйөм алғанда 239 телевидение станцияһы төҙөү планлаштырыла.

Телерадиотапшырыуҙарҙы үҫтереү буйынса федераль программа Рәсәйҙә 2009 йылдан алып бойомға ашырыла. Ул 2015 йылға тиклем иҫәпләнгән – был ваҡытҡа Рәсәй халҡының 97 проценты сифатлы һанлы телеканалдарҙы бушлай ҡарау мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Дөйөм ил буйынса был маҡсаттарға федераль бюджеттан 123,5 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк.

Башҡортостанда Федераль маҡсатлы программаның үтәлеше өсөн «Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыуҙар селтәре» федераль дәүләт предприятиеһының төбәктәге филиалы яуап бирә.

БР Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлығы етәксеһе Илдар Ямалов һүҙҙәренсә, каналдар һаны 20-гә тиклем етәсәк.

2009 йылда Рәсәй Президенты бөтә ил буйлап һәр ҡулланыусы бушлай ҡарай аласаҡ теле- һәм радиоканалдар исемлеген раҫлағайны.

Илдар Ямалов хәбәр итеүенсә, бөгөнгө көнгә ике мультиплекс – 20 каналдан торған пакеттар формалаштырылған, артабан өсөнсөһөн булдырыу планлаштырыла. Уның һүҙҙәренсә, республика Башҡортостан юлдаш телевидениеһын беренсе йәки өсөнсө мультиплексҡа индереү тәҡдиме менән сығыш яһарға тейеш.

Ултырышта билдәләнеүенсә, әлегә халыҡтың ни бары яртыһы ғына дүрттән ашыу канал ҡарау мөмкинлегенә эйә. Илдар Ямалов һүҙҙәренсә, айырым категория граждандарға һанлы телеканалдарҙы ҡабул итеү өсөн махсус ҡорамалдар һатып алыуҙа ҡушып финанслау шарттарында ярҙам күрһәтеләсәк. Улар иҫәбенә күп балалы һәм әҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, инвалидтар һәм пенсионерҙар инә. Бындай ҡорамал 1700-2300 һум тора. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, республикала был маҡсаттарға 300-400 миллион һумға яҡын аҡса талап ителәсәк.

Федераль маҡсатлы программаның тәүге ике этабы Башҡортостанда 2014 йылда тамамланасаҡ. Һөҙөмтәлә, БР Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлығы хеҙмәткәрҙәре фаразлауынса, һанлы тапшырыуҙарҙы халыҡтың 77 проценты ҡарай аласаҡ. Өсөнсө һәм дүртенсе этаптар был күрһәткесте 95 пройентҡа тиклем еткерәсәк.