Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Башҡорт режиссеры Тимур Сәфиуллин Калифорния кинофестивале наградаһына лайыҡ булды

Йәмғиәт

Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре иттифағы активисы, актер һәм режиссер Тимур Сәфиуллин «Crossway» тулы метражлы фильмы өсөн Калифорния кинофестиваленең бриллиант призына лайыҡ булды. Еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы Сан-Диегола (АҠШ) үтте. Бындай тантаналы сара йыл һайын ойошторола. Фильм былтыр ике ай эсендә Таиландтың төрлө райондарында төшөрөлгән.

Бынан тыш, Тимур Сәфиуллин «Кисәгенән тәрәнерәк» («Глубже, чем вчера») ҡыҫҡа метражлы фильмы өсөн төрлө наградаларға, шул иҫәптән Канн мосолман киноһы фестивале призына лайыҡ булған. Бөгөнгө көндә режиссер Австралияның Мельбурн ҡалаһында йәшәй. Әлеге ваҡытта ул башҡорт рэперы Рәнис Аҡкужиндың йырына клип төшөрөү өҫтөндә эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть