6 декабрь, Шишәмбе

20 февраль 2013 йыл, 16:26

Рөстәм Хәмитов: «Йыйылған һалымдар күләме республиканың артабанғы уңышлы үҫешенә йоғонто яһаясаҡ»

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

2012 йылда Башҡортостанда 441 миллиард һум күләмендә килем алынған. Республиканың тупланма бюджетына 120 миллиард һумға яҡын аҡса килгән. 2011 йыл менән сағыштырғанда, был төр килемдең үҫеше шул тәртиптә 16% һәм 11% тәшкил иткән. Бындай мәғлүмәт менән шаршамбы, 20 февралдә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика һәм муниципаль берәмектәр бюджеттарына һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең күләмен арттырыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында таныштырҙы.

Республика башлығы һүҙҙәренсә, төбәктең тупланма бюджетына килгән һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең төп өлөшө түбәндәге һалымдар иҫәбенә формалаша: физик шәхестәр табыштарына һалымдар — 32%, предприятие һәм ойошмалар килеменә һалымдар — 27%, акциздар — 13%, милеккә һалымдар — 9%, шулай уҡ дәүләт милкендә булған мөлкәтте файҙаланыуҙан алынған килем — 10%. Физик шәхестәрҙең табыштарына һалымдарҙың артыуы туранан-тура халыҡ килеме кимәле артыуына бәйле. Былтыр республикала уртаса эш хаҡы кимәле ярайһы уҡ артты, тимәк, физик шәхестәрҙең табыштарына һалымдар ҙа арта.

Шул уҡ ваҡытта төбәктә килемгә һалымдың тоторҡло булмауы күҙәтелә. Шулай итеп, 2012 йылда ул ни бары алты процентҡа ғына артҡан.

Республикала ергә һалымдар буйынса ла хәл яҡшынан түгел. Шул уҡ ваҡытта төбәктә милеккә һалымдарҙың артыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, 2012 йылда дәүләт мөлкәтен ҡулланыуҙан алынған килемдәр 13 процентҡа артҡан.

— Бөгөн барлыҡ эксперттар бер фекергә килә: 2013 йыл төбәк бюджеттарының үтәлеше йәһәтенән көсөргәнешле булыуға оҡшай. Төбәк бюджеттарына килемдәр күләме кәмей, ә сығымдар арта бара, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу ҙа бюджет өсөн көсөргәнешлек тыуҙыра. Мәҫәлән, уҡытыусыларҙың эш хаҡы иҡтисад буйынса уртаса кимәлгә еткерелде. Республика Президенты фекеренсә, был бик яҡшы күренеш, әммә эш хаҡын даими арттырып тороу өсөн беҙгә өҫтәмә килем талап ителә.

Бөгөнгө көндә республиканың дөйөм килем күләме күпселек йәһәттән ҙур предприятиелар иҫәбенә формалаша. Башҡортостанда бөгөн бындай 25 һалым түләүсе бар, улар төбәктә йыйылған һалымдарҙың 43 процентын тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә һалымдарҙың 20 проценты тура килә.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, бөгөн ер мөнәсәбәттәре өлкәһендәге ҙур ресурстар файҙаланылмай ҡала. Төбәктә биләү хоҡуғы теркәлмәгән меңләгән участка бар. Урындағы бюджеттар бындай участкаларҙы ҡуртымға биреп, килем ала алыр ине.

— Иҡтисадтың төп тармаҡтарын үҫтереү, яңы предприятиелар төҙөү, һалымдар потенциалын үҫтереү, яңы һалым түләүселәр булдырыу, дөрөҫ инвестицион сәйәсәт алып барыу, дәүләт милке һәм ер-мөлкәт комплексы менән һөҙөмтәле идара итеү – барлыҡ был йүнәлештәр буйынса бер өҙлөкһөҙ эшләргә кәрәк. Ахыр сиктә йыйылған һалымдар күләме республиканың артабанғы уңышлы үҫешенә йоғонто яһаясаҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.