7 декабрь, Шаршамбы

20 февраль 2013 йыл, 14:47

Өфө ҡала Советы 2013 йылға бурыстар билдәләне

автор: Людмила Терновая

Өфө ҡала Советының 14-се ултырышында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан баш ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, БР Президенты Хакимиәте, Прокуратура, төбәктең министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре ҡатнашты.

Ултырыштың көн тәртибенә 26 һорау сығарылды. Депутаттар Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенконың депутаттар корпусының  2012 йылдағы эшмәкәрлеге тураһындағы отчетын тыңланы, шулай уҡ ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығына эш планы менән танышты.

Өфө депутаттары иғтибарына тәүгә ҡала Советының Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе положениеларын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү буйынса саралар планы тәҡдим ителде.

Сираттағы ултырышта Өфөлә граждандарҙың теге йәки был закон сығарыу актына ҡарата үҙ фекерен белдереү, уға үҙгәрештәр индереү хоҡуғын тормошҡа ашырыу тәртибе тураһындағы Положение раҫланды. Был документ Өфөлә йәшәгән һәр кеше ҡала тормошонда әүҙем ҡатнаша алһын өсөн әҙерләнгән.

Алдағы йылға пландар тураһында һүҙ йөрөтөп, Евгений Семивеличенко, ҡала округында эштәр Башҡортостан Президентының БР Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән йүнәлештәргә ярашлы алып барыласаҡ, тип билдәләне. Бынан тыш, экологик саралар быйылғы эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе буласаҡ.