5 декабрь, Дүшәмбе

20 февраль 2013 йыл, 14:05

Евгений Семивеличенко, Ирек Ялалов һәм Альбина Йосопова миҙалдар менән наградланды

автор: Людмила Терновая

Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альбина Йосопова «Урындағы үҙидараны үҫтереүгә өлөш индергән өсөн» миҙалдары менән наградланды. Бүләкләү тантанаһы ҡала Советының сираттағы ултырышында үтте. Юғары наградаларҙы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы. Миҙалдар Рәсәй муниципаль академияһы Президиумы ҡарары буйынса тапшырылды.

«Урындағы үҙидараны үҫтереүгә өлөш индергән өсөн» миҙалы менән муниципаль хеҙмәткәрҙәр, муниципаль берәмектәр депутаттары, урындағы үҙидараның башҡарма һәм вәкәләтле органдары етәкселәре, шулай уҡ урындағы үҙидара менән килешеп эш итеү өлкәһендә, социаль структураларҙа һәм йәмәғәт ойошмаларында хеҙмәт иткән башҡа хеҙмәткәрҙәр наградлана.