6 декабрь, Шишәмбе

20 февраль 2013 йыл, 13:06

Өфөлә мәғариф хеҙмәткәрҙәре 2012 йылға йомғаҡ яһаны

автор: Ольга Мортазина

Өфөнөң белем биреү системаһы учреждениелары 2012 йылға йомғаҡ яһаны. 2012 йылдың 1 сентябренә ҡарата республиканың баш ҡалаһында 134 мәктәп эшләй, уларҙа 96 мең кеше белем ала. 2012 йылдан башлап беренсе класс уҡыусылары яңы белем биреү стандарттары буйынса уҡый башланы, барлыҡ башланғыс класс уҡытыусылары квалификация күтәреү курстарын үтте, тип хәбәр иттеләр Фәнни-мәғлүмәт методик үҙәгенән.

Ҡалала 244 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы эшләй, уларҙа 48,5 мең бала тәрбиәләнә. Үткән йылда Өфөлә йәмғеһе 970 урынға иҫәпләнгән биш яңы бала баҡсаһы асылды.

Өфөнөң белем биреү учреждениеларында ете меңдән ашыу педагог эшләй, уларҙың ике меңдән ашыуы төрлө наградаларға эйә.

Үткән йылда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәьәләһенә ҙур иғтибар бүленде: мәктәптәрҙә турникеттар һәм видеокүҙәтеү системалары урынлаштырылды. Биш мәктәп туҡланыу блогы өсөн яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Ҡаланан алыҫ урынлашҡан ауылдарҙан 370 бала дәрескә федераль программа средстволары иҫәбенә һатып алынған мәктәп автобустарында йөрөй.

Башҡортостан баш ҡалаһында инклюзив белем биреү өлкәһе үҫтерелә. Дистанцион уҡытыу үҙәгендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 37 уҡыусы онлайн режимда белем ала. 36 өҫтәмә белем биреү учреждениеһында 54 мең бала туризм, экология, спорт, художестволы һәм техник ижад менән шөғөлләнә.

темалар: мәғариф