Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↑

EUR 69.47 ↓

25 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Урындағы етештереүселәр тауарҙарына «Башҡортостан продукты» билдәһе ҡуйыласаҡ

Иҡтисад

Тиҙҙән республика магазиндарында «Башҡортостан продукты» сауҙа маркаһы менән билдәләнгән продукция һатыла башлаясаҡ. Ихтыяри нигеҙҙә аҙыҡ-түлек продукттарына «Башҡортостан продукты» билдәһен ҡуйыуға рөхсәт ҡағыҙы биреү тәртибе һәм шарттары тураһында положение БР Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай ҡарар Башҡортостан тауар етештереүселәре продукцияһының урындағы баҙарҙа киң файҙаланылыуы өсөн ҡабул ителгән. Иң мөһиме, «Башҡортостан продукты» сауҙа маркаһын төбәктәге барлыҡ тауар етештереүселәр ала аласаҡ.

Махсус билдә ҡуйыуға рөхсәт ҡағыҙы алыу өсөн заявкалар БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты менән ҡабул ителә башлған да инде. Тулыраҡ мәғлүмәт Дәүләт комитеты сайтында урынлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть