Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «Кроношпан» компаниялар төркөмө башлығы Петр Кайндл менән эш осрашыуы үткәрҙе

Иҡтисад

Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм «Кроношпан Холдингс Ист Лимитед» компаниялар төркөмө башлығы Петр Кайндл төбәктә «Ағас-юнысҡы һәм ламинацияланған плиталар етештереү» өҫтөнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

— Әлеге ваҡытта инвестиция проектын тормошҡа ашырыу буйынса иң ауыр осор кисерәбеҙ: ер участкаларын рәсмиләштерәбеҙ, документтар әҙерләйбеҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ярашлы эш алып барабыҙ һәм проектты тормошҡа ашырыу өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Яңы индустриаль парк инфраструктураһын булдырыуға ҙур инвестициялар планлаштырылған.

— Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән ағас эшкәртеү предприятиеһын төҙөү буйынса планды тормошҡа ашырыу мәсьәләһен тикшерҙек. Барлыҡ эштәрҙең ваҡытында башҡарылыуынан ҡәнәғәтбеҙ. Һәм быйыл йәй объекттар төҙөй башлаясаҡбыҙ, — тине Петр Кайндл.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть