Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

2012 йылда Башҡортостанда 14,9 миллион тонна нефть сығарылған

Иҡтисад

2012 йылда Башҡортостанда 14,9 миллион тонна нефть сығарылған, шуларҙың 14,6 миллион тоннаһы «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерар йәмғиәтенә тура килә. Республикала үткән йылда нефть һәм газ сығарыу өлкәһендә йәмғеһе ете ойошма шөғөлләнгән. Бындай мәғлүмәт менән 19 февралдә «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы начальнигы Рәсих Хәмитов таныштырҙы.

— 2013 йылда йәнә 14,7 миллион тонна нефть сығарыу планлаштырыла, — тип хәбәр итте Рәсих Хәмитов. — Республиканың тикшерелгән нефть запастары менән тәьмин ителеше төбәктә яҡынса 25 йыл тәшкил итә.

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 202 нефть һәм газ сығарыу урыны иҫәпләнә, 163 урын тикшерелә.

Теги: йомғаҡтар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть