9 декабрь, Йома

19 февраль 2013 йыл, 16:57

Республикала 2015 йылға тиклем ҡуртымға бирелеүсе торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү программаһы әҙерләнә

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда 2015 йылға тиклем ҡуртымға бирелеүсе торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү буйынса республика программаһы әҙерләнә. Уның үҙенсәлектәре шишәмбе, 19 февралдә, БР Президенты Хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә тикшерелде.

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, торлаҡ төҙөлөшө темптары Башҡортостанда артҡан, әммә улар әүәлгесә етерлек кимәлдә түгел.

— Беҙгә әҙ тәьмин ителгән граждандарҙың, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеүҙә һөҙөмтәле юлдар эҙләргә кәрәк. Бындай юлдарҙың береһе – ҡуртымға бирелеүсе социаль торлаҡ баҙарын үҫтереү, — тине Рөстәм Хәмитов. – Бындай торлаҡҡа хаҡ ҡуртымға биреү буйынса уртаса баҙар хаҡтарынан түбәнерәк һәм ипотекаға алынған шундай уҡ торлаҡ өсөн ай һайын аҡсалата түләүҙән кәмерәк булырға тейеш.

Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, торлаҡты ҡуртымға биреү баҙары күләгәлә ҡала һәм ҡуртымға биреүселәрҙән йыйылмаған һалымдар йәһәтенән бюджет ҙур аҡса юғалта. Шулай уҡ йәшерен риэлторҙарҙың мутлыҡтары бындай баҙарҙың йәнә бер проблемаһы булып тора.

— Торлаҡты ҡуртымға биреү менән бәйле барлыҡ һорауҙарҙа тәртип булдырырға кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.

Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һүҙҙәренсә, торлаҡты ҡуртымға биреү баҙарының күләме Өфөлә барлыҡ торлаҡ фондының 5 процентын тәшкил итә, был 1-1,5 миллион квадрат метр, йәғни 300 торлаҡ йорт тигән һүҙ.

Шәхси компанияларҙа был проект ҡыҙыҡһыныу уятмай, сөнки бындай йорттарға сығымдар яҡынса 20 йылдан һуң ғына ҡаплана. Бындай башланғыс менән хеҙмәткәрҙәренең торлаҡ мәсьәләләрен хәл иткән предприятиелар йәки муниципалитеттар ғына сығыш яһай ала.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Камил Мансуров фекеренсә, ҡуртымға бирелеүсе торлаҡ төҙөлөшөн тик дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында ғына тормошҡа ашырырға була.

— Бындай йорттар төҙөүгә ер участкалары бүлеү шарттарын билдәләргә кәрәк, — тине Камил Мансуров. – Был участкаларҙа инженерлыҡ коммуникациялары бюджет средстволары иҫәбенә төҙөлөргә тейеш. Шулай уҡ бындай йорттар төҙөгән предприятиелар өсөн ҡайһы бер һалымдарҙан, шул иҫәптән милеккә һәм ойошмалар килеменә һалымдарҙан азат итеү мөмкинлеген тикшерергә кәрәк.

Кәңәшмәлә үҫешкән илдәрҙең тәжрибәһе хаҡында ла әйтелде. Германияла, мәҫәлән, торлаҡты ҡуртымға алыусылар өлөшө — 57,4%, Нидерландыла — 45%, Бөйөк Британияла — 29,5% тәшкил итә. Рәсәйҙә иһә торлаҡтың 86 проценты граждандар милкендә иҫәпләнә, шул уҡ ваҡытта торлаҡҡа ҡытлыҡ ҙур.  

Бөгөнгө көнә Бүздәк районында «Таврос» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте («Башҡортостан ит компанияһы») ҡатнашлығында тормошҡа ашырылған проект ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Проект буйынса берлектә эш алып барыу схемаһы менән БР Социаль торлаҡ төҙөү фондының генераль директоры Дамир Миңлебаев таныштырҙы.

— Муниципалитет ер участкалары бүлә. Беҙ, БР Социаль торлаҡ төҙөү фонды, төҙөүсе булып сығыш яһайбыҙ. «Таврос» инвестор булып сығыш яһаясаҡ, ул торлаҡ хаҡының 30 проценты күләмендә беренсе иғәнә индерәсәк. Ҡалған сумманы Ипотека торлаҡ кредиты биреү агентлығы вәкәләтле банк аша йылына 11 процент менән 20 йылға бирәсәк.

Алдағы аҙналарҙа проектта ҡатнашыусылар араһында биш яҡлы килешеү төҙөләсәк.

Бындай проекттар Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә, атап әйткәндә, Калуга һәм Новосибирск өлкәләрендә тормошҡа ашырыла.