Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө районының һайлау комиссияларына 333 кандидат тәҡдим ителде

Сәйәсәт

Өфө районының участка һайлау комиссияларына төрлө субъекттар тарафынан 333 кандидат тәҡдим ителде. Участка һайлау комиссиялары ағзаларының күпселек өлөшө муниципаль райондың вәкәләтле органы менән тәҡдим ителә. Муниципаль райондың территориаль һайлау комиссияларына тәҡдимдәр ҡабул итеү дауам итә. Ҡануниәттең яңы талаптарына ярашлы, хәҙер участка һайлау комиссиялары даими нигеҙҙә биш йыл дауамында эшләйәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Үҙәк һайлау комиссияһынан.

Территориаль комиссия рәйесе Сергей Жуков «Берҙәм Рәсәй», КПРФ, ЛДПР, «Ғәҙел Рәсәй» партиялары вәкилдәре менән закон менән билдәләнгән ваҡыт эсендә партияларҙан кандидаттар исемлектәрен ҡабул итеү мәсьәләләре буйынса осрашыуҙар үткәрҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, участка һайлау комиссияларының яңы составы 2013 йылдың 1 мартынан эшләй башлаясаҡ. Унда сәйәси партиялар, муниципаль берәмектең вәкәләтле органы һәм һайлаусылар йыйылыштары вәкилдәре инәсәк.

Өфө районының участка һайлау комиссияларын формалаштырыуҙың яңылығы резерв булдырыуҙа. Уның составына һайлау ҡануниәтен белгән һәм мәғлүмәт технологияларын үҙләштергән кешеләр инәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть