2 декабрь, Йома

19 февраль 2013 йыл, 14:47

Билдәле ғалим Нурали Латипов Башҡортостанда Нобелев резервындағы мәктәп булдырырға тәҡдим итә

автор: Дмитрий Слезин

Өфөгә танылған ғалим, сәйәси һәм ғилми консультант, беренселәрҙән булып «Гәлсәр Өкө»гә эйә булған журналист һәм яҙыусы Нурали Латипов килде. Ул «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» спорт-интеллектуаль уйынының Өфөләге ҡатнашыусылары менән осрашып, Башҡортостанда Нобелев резервындағы мәктәп булдырырға тәҡдим итте.

Әлеге ваҡытта БР Фәндәр академияһы менән «Инновацион университет» һәм «Нобелев резервындағы мәктәп» исемле берлектәге проекттар тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе асыҡлау, ғилми элита тәрбиәләү уларҙың төп маҡсаты булып тора. Нигеҙҙә, проекттар дәүләттең инновацион иҡтисадка күсеү кеүек стратегик маҡсатына ирешеүгә булышлыҡ итергә тейеш.

— Беҙҙең бурыс – ҡыҫҡа ваҡыт эсендә совет осоронда тупланған тәжрибәгә таянып, махсус мәктәптәр системаһын булдырыу. Һәм уларҙы тап Нобелев резервындағы мәктәптәр тип атау зарур, — тип иҫәпләй Нурали Нурислам улы. – Был уларҙың абруйын күтәреүгә генә түгел, ә тулы ҡеүәтенә эшләгән ғилми учреждениелар системаһын формалаштырыуға ла булышлыҡ итәсәк.

Нобелев резервындағы мәктәптәрҙә Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең алдынғы педагогтары һәм фән хеҙмәткәрҙәре уҡытасаҡ, тип көтөлә. Балаларға белем биреү хеҙмәттәре бушлай күрһәтеләсәк. Проект авторҙарының уйы буйынса, бындай мәктәптәр һайлап алынғандар өсөн генә айырымланған ябыҡ учреждение булмаясаҡ. Барлыҡ дәрестәрҙә онлайн режимда теләгән һәр кем ҡатнаша аласаҡ.