5 декабрь, Дүшәмбе

19 февраль 2013 йыл, 12:36

Башҡортостанда зона конференцияларында баҫыу эштәрен үткәреү стратегияһы билдәләнәсәк

автор: Галина Бахшиева

2013 йылдың мартында Башҡортостанда бер нисә зона агрономик конференция үтәсәк, уларҙа алдағы яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү стратегияһы билдәләнәсәк.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конференцияларҙа ғалимдарҙың тәҡдимдәренә, шулай уҡ төбәктең алдынғы ауыл хужалығы предприятиелары тәжрибәһенә айырыуса ҙур иғтибар бүленәсәк.

Тәүге зона агрономик конференция 15 мартта Саҡмағош районында үтә. 19 мартта шундай уҡ сара – Туймазы районында, 21 мартта – Ҡалтасы районында, 23 мартта – Әбйәлил районында һәм 26 мартта Балаҡатай районында үткәрелә.

Зона кәңәшмәләре тамамланғандан һуң, Өфөлә республика агрономик конференцияһы ойоштороласаҡ, унда яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү буйынса бурыстар билдәләнәсәк.