8 декабрь, Кесе йома

19 февраль 2013 йыл, 12:21

Ергән ауылында локаль конфликттарҙа һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә обелиск асылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Ергән ауылында локаль конфликттарҙа һәләк булған яҡташ яугирҙар иҫтәлегенә обелиск асыу тантанаһы үтте. Яңы обелиск Ватанды һаҡлаусылар мемориалын тулыландырҙы, тип хәбәр итте БР «Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов.

Тантана алдынан ауылда автоуҙыш ойошторолдо.

Һәләк булған яҡташ яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәл ауыл активистары – хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы Фәнил Ғәйнуллин һәм яугир-афғансылар менән төҙөлгән. Бағыусылар ҙа ҙур ярҙам күрһәткән.

Тантаналы саралар Мәҙәниәт йортонда дауам итте. Ергән ауылы халҡын был ваҡиға менән райондың хәрби комиссариаты ағзалары, БР «Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов ҡотланы. Ул совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыр алдынан булып үткән ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙө. Унда Башҡортостандан 9,5 мең һалдат һәм офицер хеҙмәт иткән. Уларҙың 347-һе – һәләк булған, алтыһы – хәбәрһеҙ юғалған, күптәре ҡаты йәрәхәтләнгән, контузия алған.

Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға республиканың хәйриә фондтарынан бүләктәр тапшырылды.