3 декабрь, Шәмбе

19 февраль 2013 йыл, 11:54

Архангел районының йәш парламентарийҙары Йәштәр сәйәсәтен үҫтереү программаһын әҙерләй

автор: Людмила Терновая

Архангел районында муниципаль район Советы ҡарамағындағы Йәштәр советының 2013 йылдағы тәүге ултырышы үтте. Көн тәртибенә 2020 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһында йәштәр парламентаризмын үҫтереү концепцияһына бәйле һорауҙар сығарылды. Ултырышта Йәштәр советының 2013 йылға эш планы раҫланды, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Бөгөнгө көндә районда йәштәр сәйәсәтен үҫтереү программаһын формалаштырыу буйынса әүҙем эш алып барыла. Ул 2017 йылға тиклем иҫәпләнгән. 1 мартҡа тиклем Йәштәр советы ағзалары программаға үҙ тәҡдимдәрен индерә ала.

Ултырышта район үҙәге Архангел ауылының белем биреү учреждениелары етәкселәре ҡатнашты. Йәштәр советы ағзалары педагогтарға ауыр холоҡло үҫмерҙәр менән эшләү һәм улар араһында хоҡуҡ боҙоу осраҡтарын иҫкәртеү буйынса мониторинг үткәрергә тәҡдим ите.

Сарала шулай уҡ йәш белгестәрҙе ауылға ҡайтарыу мәсьәләһе, уны хәл итеү юлдары тикшерелде. Ә ағымдағы йылдың апрелендә Совет ағзалары эшҡыуарлыҡты, фермерлыҡты, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереү буйынса республика йәштәр семинарында ҡатнашасаҡ.