10 декабрь, Шәмбе

19 февраль 2013 йыл, 10:59

Баш ҡалала Туған тел көнө билдәләнәсәк

автор: Әлим Фәйезов

Кесе йома, 21 февралдә, Өфөлә Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған байрам үтә. Сараны Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты ойоштора. Байрам Өфөнөң 39-сы гимназияһында – ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбендә үтәсәк. Туған тел көнөнә арналған байрам кисәһе шулай уҡ Башҡорт дәүләт филармонияһында ла үткәрелә. Уны ойоштороусылар булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм БР Халыҡтар дуҫлығы йорто сығыш яһай, тип хәбәр иттеләр төбәктең ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетынан.