5 декабрь, Дүшәмбе

19 февраль 2013 йыл, 10:50

Өфөлә һәм Нефтекамала ҡышҡы йәрминкәләрҙә 18,7 миллион һумға ит һәм бал һатылды

автор: Галина Бахшиева

Үткән ял көндәрендә Өфөлә һәм Нефтекамала ойошторолған ағымдағы йылдың тәүге ҡышҡы йәрминкәләрендә 18,7 миллион һумға ит һәм бал һатылды. Шуларҙың 17,2 миллион һумы Башҡортостан баш ҡалаһына тура килә. Был хаҡта БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Өфөлә йәрминкәләр ете майҙансыҡта ойошторолдо, уларҙа республиканың 21 районынан хужалыҡтар ҡатнашты. Ауыл хужалығы етештереүселәре 67,2 тонна ит, 4,2 тонна ҡош ите, 1,5 тонна бал алып килгән. Ике көн эсендә баш ҡала йәрминкәләрендә ете меңгә яҡын кеше ҡатнашты.

Нефтекамала үткән йәрминкәләргә килгәндә, ике көн эсендә уларҙа йәмғеһе 1,5 миллион һумға 6,4 тонна ит, 400 килограмм ҡош ите, 300 килограмм бал һатылды.

Һыйыр итенең килограмы уртаса – 202-265 һум, сусҡа ите – 180-280 һум, һарыҡ ите – 250-300 һум, йылҡы ите 230-280 һум тәшкил итте. Ҡаҙ итенең килограмы – 270-300 һумға, өйрәк ите – 200-300 һумға, тауыҡ ите – 90-160 һумға, күркә ите 250-270 һумға һатылды. Балдың килограмы 290-400 һум торҙо.