4 декабрь, Йәкшәмбе

19 февраль 2013 йыл, 9:54

Рөстәм Хәмитов Өфөлә спорт объекттарын тикшерҙе

автор: "Башинформ" | фото: Андрей Старостин

Дүшәмбе, 18 февралдә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң спорт объекттарында булды. 2013 йылдың 26 февраленән 3 мартына тиклем уларҙа VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары үтә.

БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Олимпик-парк» спорт комплексында республика етәксеһе тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр мәктәбен ҡараны. Яңы бина бер йылдан кәмерәк ваҡыт эсендә төҙөлгән. Унда тренажер залы, спортсылар һәм тренерҙар өсөн бүлмәләр, душ кабиналары, медицина пункты, сисенеп-кейенеү бүлмәләре урынлашҡан.

Рөстәм Хәмитов тау саңғыһы ҡорамалдары һаҡланған бүлмәлә булды. Бында Австрияның Reichmann фирмаһы етештергән махсус ҡорамалда профессиональ спортсылар саңғыларын ярыштарға әҙерләйәсәк. Президент спорт ҡоролмаһының ҡайһы бер етешһеҙлектәрен билдәләне һәм төҙөүселәргә ярыштар башланғанға тиклем уларҙы бөтөрөргә ҡушты.

Шулай уҡ Президент тау битендә урынлашҡан ике старт биреү урынында булды. Улар халыҡ-ара балалар уйындарын үткәреү өсөн махсус киңәйтелгән.

«Дөйөм алғанда, әҙерлек кимәле насар түгел», – тине Рөстәм Хәмитов тау саңғыһы мәктәбен ҡарап сыҡҡандан һуң.

Шул уҡ көндө Башҡортостан Президенты «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу үҙәгенең һәм Спорт һарайының халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул итеүгә әҙерлек кимәлен тикшерҙе.