Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала торлаҡ төҙөлөшө ғинуарҙа 14,3 процентҡа артҡан

Иҡтисад

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө, 2012 йылдың ғинуар айындағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, ғинуарҙа 14,3 процентҡа артҡан, тип хәбәр иттеләр Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Территориаль органынан. Бөтә төр финанслау сығанаҡтары иҫәбенә республикала 822 фатир файҙаланыуға тапшырылған, уларҙың дөйөм майҙаны 70,6 мең квадрат метр тәшкил итә.

Республика предприятиелары һәм ойошмалары менән төҙөлгән торлаҡ күләме 3,6 тапҡырға, 21,4 мең квадрат метрға тиклем артҡан. Шуларҙың 19,8 мең квадрат метры күп фатирлы йоттарға тура килә.

Статистиктар билдәләүенсә, төҙөлгән торлаҡтың төп өлөшө элеккесә шәхси йорттарға тура килә, әммә торлаҡ төҙөлөшө структураһында уларҙың өлөшө 20,7 процентҡа – 69,6 процентҡа тиклем кәмегән. Халыҡ үҙ иҫәбенә һәм кредит ярҙамында 458 йорт төҙөгән, уларҙың дөйөм майҙаны 49,2 мең квадрат метр тәшкил итә.

Республикала файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ майҙанының 31,4 мең квадрат метры – ауыл еренә, 39,2 меңе ҡалаға тура килә.

Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Башҡортостан торлаҡ йорттарҙы сафҡа индереү буйынса ғинуар йомғаҡтары буйынса өсөнсө урында килә. Татарстан был исемлектә лидер булып тора. Унда бер ай эсендә 381 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.

Йән башына иҫәптә торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу буйынса Башҡортостан етенсе позицияны биләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть