Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

19 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә билдәле йәшәү урыны булмаған кешеләр өсөн «Мәрхәмәтлек акцияһы» ойошторолдо

Йәмғиәт

Өфөлә 2013 йылда тәүге тапҡыр «Мәрхәмәтлек акцияһы» хәйриә рейды үткәрелде. Сараны ойоштороусы булып билдәле йәшәү урыны бумаған кешеләргә ярҙам күрһәтеү буйынса Республика комплекслы үҙәге сығыш яһаны.

Йәшәргә урыны булмаған кешеләр күпләп йыйылған урындарҙы асыҡлау, мохтаждарҙы аҙыҡ-түлек продукттары менән тәьмин итеү, Үҙәк эшләүе хаҡында белгертеү, социаль, психологик, хоҡуҡи һәм мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү сараның төп маҡсаты булып тора.

«Мәрхәмәтлек акцияһы» барышында мохтаждар аҙыҡ-түлек тупланмаһы һәм өҫкө кейем менән тәьмин ителде, тип хәбәр иттеләр БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Уларға юридик консультация алыу мөмкинлеге тураһында хәбәр иттеләр, шәхесте раҫлаусы документтарҙы тергеҙеү һәм тейешле социаль учреждениеларға урынлашыу өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеген аңлаттылар. Бынан тыш, мохтаждарға медицина ярҙамы күрһәтелде, ҡайһы бер дарыу препараттары бирелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть