11 декабрь, Йәкшәмбе

18 февраль 2013 йыл, 14:21

Төбәктә минималь аҙыҡ-түлек тупланмаһы ғинуарҙа 1,3 процентҡа ҡиммәтләнгән

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостанда минималь аҙыҡ-түлек тупланмаһы ғинуарҙа 1,3 процентҡа ҡиммәтләнгән. Бындай мәғлүмәт менән Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Территориаль органы таныштыра. Ғинуар айы йомғаҡтары буйынса уның хаҡы бер айға иҫәптә 2433,7 һум тәшкил иткән.

Минималь аҙыҡ-түлек продукттары тупланмаһы хаҡы хеҙмәт йәшендәге ир-егет өсөн иң кәм аҙыҡ-түлек тупланмаһы нигеҙендә билдәләнә. Аҙыҡ-түлек кәрзине хаҡын билдәләү буйынса методик күрһәтмәләр 1999 йылда РФ Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған.