5 декабрь, Дүшәмбе

18 февраль 2013 йыл, 12:16

Республикала 2013 йылдың бокс буйынса чемпиондары билдәләнде

автор: Дмитрий Слезин | фото: БР Бокс федерацияһы

Өфөлә бокс буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионаты үтте.

Ярыштарҙа Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Нефтекама, Октябрьский, Мәләүез, Күмертау, Бәләбәй, Белорет, Учалы һәм Баймаҡ ҡалаларынан 20 команда составында 60-тан ашыу спорты ҡатнашты.

Ун ауырлыҡ категорияһында 7 спорт мастеры, 26 спорт мастерлығына кандидат, 28 беренсе разрядлы спортсы көс һынашты.

Һөҙөмтәлә 2013 йылдың бокс буйынса Башҡортостан чемпиондары исеменә түбәндәгеләр лайыҡ булды: Айтуған Көнсыуаҡов (49 кг, БДАУ), Рәхәт Арынов (52 кг, «Гонг» спорт клубы), Рөстәм Фәтхуллин (56 кг, «Ника» спорт клубы), Артур Собханғолов (60 кг, БДАУ), Марат Шакиров (64 кг, Нефтекама), Артем Кошевец (69 кг, РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты), Эдуард Абдрахманов (75 кг, Стәрлетамаҡ), Егор Хлынцев (81 кг, Стәрлетамаҡ), Данис Латипов (91 кг, Ишембай), Гаменков Илья (91 килограмдан ашыу, БашДУ).

Башҡортостандың бокс буйынса баш тренеры Рим Башаров иң яҡшы боксерҙарға наградалар тапшырҙы. Артур Собханғолов — «Иң яҡшы техник-тактик әҙерлек өсөн», Павел Никонов — «Еңеүгә ынтылыш өсөн», Данис Латипов — «Иң ҡыҫҡа көрәш өсөн» приздарына, ә Стәрлетамаҡтың бокс мәктәбе уҡыусыһы, Рәсәйҙең спорт мастеры Эдуард Абдрахманов «Иң яҡшы боксер» кубогына эйә булды.